Спорт
9 Апреля 2020, 13:07

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ” ВИРТУАЛЬ МАТЧТАРҘА ЕҢЕП КИЛӘ

Матчтарҙың һөҙөмтәһенә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала, бының өсөн КХЛдың официаль социаль селтәрендәге битендә үҙ командаң өсөн тауыш бирергә кәрәк.

КХЛ туҡталған чемпионатты онлайн рәүештә булһа ла тамамлап ҡуйырға булды. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү һөҙөмтәһендә һәр матчта еңеүсе команданы билдәләйҙәр. Ғәҙәттә көйәрмәндәр тауыш биреп үҙ командаһын кеүәтләй, әле Көнсығыш конференцияһының финалдында «Салауат Юлаев» менән «Себер» командаһы серияһы бара, йәшел йөркәлеләр ике уйынды рәттән еңде. Был серияла ҡатнашырға теләһәгеҙ тауыш бирегеҙ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, көйәрмәндәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләрен хоккей уйынсылары күҙәтә микән?
Читайте нас