Йыл дауамындағы әҙерлек Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа күренә. Көрәшселәребеҙ йыл һайын ошондай майҙандарға сығыуға өлгәшә. Быйыл көрәш буйынса Рәсәй беренселеге Ҡазанда үтте.
Башҡортостан йыйылма командаһы иң көслөләр иҫәбендә килә, быйыл Стәрлетамаҡ уҡыусылары ла көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге кимәленә етте. Ҡазандың “Аҡ Барыҫ” алыш һәм көрәш спорты һарайында улар кеүек үк 250 спортсы килгәйне һәм өс йәш төркөмөндә миҙалдар өсөн көрәште.
Ярыштар һөҙөмтәһендә 15-16 йәштәге егеттәр араһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Даниил Сөләймәнов 75 килограмм ауырлыҡ төркөмөндә икенсе урынға өлгәште. Шулай уҡ В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Айҙар Аҡкөбәков Рәсәй беренселегендә өсөнсө булды. Егеттәрҙе был еңеүҙәргә тренерҙары Илшат Ҡотлошин, Динар Аҡҡужин һәм Ирек Ҡаҙаҡҡолов алып барҙы.
Һәр кем, бигерәк тә спортсылар көрәш майҙанын һағына башланы. Быйыл һабантуйҙарҙа, бәлки, ҡатнашып та булмаҫтыр, әммә, киләһе йылда йәнә майҙан гөрләтер әле улар. Әлегә егеттәр өй шарттарында бил нығыта.