Машинаны ҡарағанда ул, йәнәһе, машина трассала нисек йөрөй икән тигән булып, бер аҙ йөрөп килергә тәҡдим итә. Юлда китеп барғанда енәйәтсе авто хужаһына һөжүм итә һәм бысаҡ менән сәнскеләй. Зыян күреүсе ҡасырға маташып ҡарай, теге әҙәм аҡтығы уға көбәге киҫелгән мылтыҡтан (обрез) ата.
Ғәйепләнеүсе 16 йылға ҡаты режимға иркенән мәхрүм ителде, артабан ике йыл ирке сикләнелеләсәк. Енәйәтсе һәләк булған ирҙең ҡатынына һәм ике балаһына, мораль зыян килтергәне өсөн, 700 меңәр күләмендә компенсация түләргә мәжбүр ителгән.