Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ул дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тотороҡлолоғон боҙоуға, милли-ара ыҙғыш тыуҙырыуға өндәп комментарий яҙған. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ғәйепләнеүсенең был комментарийы экстремистик тип табылған. Ул үҙенең ғәйебен таныған.
Суд электрон һәм мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә сайттар менән администраторлыҡ итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйып, уны бер йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм иткән, шул иҫәптән интернет селтәрендә – ике йылға.