Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
20 Февраль 2021, 18:00

ЭЛЕККЕ ТӘФТИШ ИДАРАЛЫҒЫ ЕТӘКСЕҺЕНӘ ХӨКӨМ СЫҒАРҒАНДАР

Стәрлетамаҡ ҡалаһы суды Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш комитетының Стәрлетамаҡ идаралығында элек эшләгән Рәсим Ғарифуллинға хөкүм сығарған. Ул РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһының 4 өлөшө (мутлашыу) буйынса ғәйепле тип танылған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Суд барышында ғәйепләнеүсенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тәфтиш комитеты отделы етәксеһе булып эшләгән ваҡытын тикшергәндәр. Ғөмүмән алғанда 2007 йылда ғәйепләнеүсегә Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ Тәфтиш комитеты идаралығы тарафынан социаль ҡуртым килешеүе буйынса фатир тапшырылған булған. Ғәйепләү яғы фекеренсә хеҙмәткәр үҙ милегендә булған фатирҙы һатып махсус рәүештә үҙенең торлаҡ шарттарын насарайтҡан.
Артабан Ғарифуллин урындағы идара органдары вазифаһын башҡарыусыларҙың ышанысын биләп, хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән фатирҙың статусын үҙгәрә һәм муниципаль милектә булған торлаҡ буйынса социаль ҡуртым килешеүен төҙөп. Артабан был милекте үҙенең алыҫ туғанына хосусилаштыра һәм һатып ебәрә. Дәүләт ғәйепләүсеһе фекеренсә был ваҡиғалар һөҙөмтәһендә дәүләткә 3254 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Суд ҡарары буйынса ғәйепләнеүсе 3 йыллыҡ һынау шарты менән 4 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм 300 мең һумлыҡ штраф түләргә тигән ҡарар сығарған. Хөкөм әлегә үҙ көсөнә инмәгән.
Читайте нас: