Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
24 Июнь 2021, 17:05

Өсөһө лә иркенән мәхрүм ителде

Ниһайәт, Өфөлә экс-тәүтикшереүсене мәсхәрә итеү эшенә нөктә ҡуйылды. Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, элекке өс полиция хеҙмәткәре Павел Яромчук, Эдуард Матвеев һәм Салауат Ғәлиевҡа республиканың Юғары суды хөкөм ҡарары сығарҙы. Уға ярашлы, бөтәһенә лә иректән мәхрүм итеү срогы аныҡ билдәләнгән, барыһы ла дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында язаны үтәйәсәк.

Был енәйәт эшен тикшереү 2018 йылдың 29 октябренән дауам итә. Эске эштәр министрлығының Өфө районы бүлексәһендә эске табынынан һуң элекке хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алынды. Ошо хәлдән һуң 23 йәшлек коллегалары Гөлназдан уларҙың мәсхәрәләүҙәре тураһында ғариза алынған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы тәфтишсе-криминалистары тарафынан енәйәт эҙҙәрен табыу һәм теркәү буйынса күләмле эш башҡарылған, һөҙөмтәлә Өфөнөң Киров районы суды йыйылған дәлилдәрҙе хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек тип тапҡан. Аҙаҡ Ғәлиев һәм Матвеев республика Юғары судының апелляция хөкөм ҡарары менән аҡланды, ә Яромчукты иркенән мәхрүм итеү срогы дүрт йылға тиклем ҡыҫҡартылды.
Дөйөм юрисдикцияның алтынсы кассация суды, прокурор күрһәтмәһен һәм апелляция ҡарарына кассация ялыуҙарын ҡарағандан һуң эште яңынан апелляция тикшереүенә Юғары судҡа ебәрҙе. Һөҙөмтәлә Ғәлиев һәм Матвеев дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына ете йылға оҙатылды. Яромчук - биш йыл һәм алты айға.
https://bash.rbsmi.ru
Фото: “Башинформ”.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: