Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
13 Июль 2021, 12:37

ҮҪМЕРҘЕ НАРКОТИК ҠУЛЛАНЫРҒА КӨСЛӘГӘН

Стәрлетамаҡ ҡала суды енәйәт эше буйынса 22 йәшлек егеткә хөкөм сығарған. Наркотик менән “дуҫлашҡан” йәш кешегә 6 йыл да 6 ай ваҡыт төрмәлә ултырырға тура киләсәк.

Тик был ваҡыт үҙ ҡылығын дөрөҫ аңлап етеү өсөн етерме һуң? Ете йылға яҡын рәшәткә артында үткән йәшлек осоро ҡыҙғаныс әлбиттә, әммә закон наркотик менән шаярыусыларға ҡаты ҡарашта. Ғәйепләнеүсене былтыр июль айында уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур күләмдәге наркотик менән ҡулға алған булғандар була. Енәйәт эше бының менән генә тамамланмай, һуңынан уның 2020 йылдың июнендә Оренбург ҡалаһында булған саҡта фатирҙарҙың береһендә үҫмерҙе наркотик ҡулланырға көсләүе асыҡлана. Бар ваҡиғаларҙы ҡушып, суд ҡаты режимдарғы колониға 6 йыл да, 6 айға хөкөм иткән уны.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: