Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
3 Октябрь 2022, 16:00

Һәр нәмәнең сиге була

Башҡортостан полицияһы Ишембай колледжы етәкселеге эшмәкәрлегендә 44 енәйәт фактын тапҡан.

Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы бүлек подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан урындағы колледждарҙың береһендә директор һәм 3 бухгалтерҙың 22 тапҡыр мутлашыуы һәм 22 тапҡыр түләү аҡсаларын үҙ файҙаларына тотоноуҙары фашланған. Оперативниктар 62 йәшлек колледж директорының  2018 йылда ҡул аҫтындағыларға эш хаҡтарын арттырыуын асыҡлаған, был хаҡта улар ошоға ярашлы приказдар һәм түләү поручениелары аша белгән. Ә хеҙмәткәрҙәр был хаҡта бөтөнләй белмәгән. Сөнки улар йыл буйына  эш хаҡтарын элеккесә алып йөрөгәндәр. «Арттырылған» эш хаҡының айырмаһын етәксе һәм өс бухгалтер үҙ-ара бүлешкәндәр. Аҡсаны ла үҙҙәренең иҫәбенә күсергәндәр. Ошо рәүешле улар 800 мең һум аҡсаны урлағандар. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле тикшереү бара.

 

Р.БАЙРАМОВА.

Фото: https://pixabay.com/ru/

Һәр нәмәнең сиге була
Һәр нәмәнең сиге була
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: