Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
2 Июнь 2023, 12:30

Ришүәт алған өсөн – 17 йыл йәки «майлы ҡалъя» ҡоҫторған

Башҡортостандың беренсе прокурор ярҙамсыһы ришүәт алғаны өсөн 17 йылға колонияға ултыртҡандар.

РФ Генераль прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эшен Мәскәүҙең Бабушкинский район судында ҡарағандар. Башҡортостандың беренсе прокурор ярҙамсыһы Олег Горбунов,  республика прокуратура идаралығының  элекке начальник урынбаҫары  Артур Шаретдинов,  Өфөнөң Совет районы экс-прокуроры Рәмил Ғарифуллин, шулай уҡ адвокат Рәшит Сафеев һәм ике эшҡыуар ғәйепленә. Суд шуныһын асыҡлаған: Горбунов Ғарифуллин ярҙамында енәйәт яуаплылыҡҡа йәлеп иткән өсөн 300 мең һум алған, ә адвокат ярҙамында енәйәт эшен законһыҙ туҡтатҡан өсөн 5 миллион алған. Бынан тыш БР-ның беренсе прокурор ярҙамсыһы Шаретдинов менән бергә эшҡыуарҙар аша  8 миллион һум алыуы суд барышында иҫбатланған. Быны улар Өфө хакимиәт башлығы урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы «туҡтатҡан» өсөн алған. Шулай уҡ РФ Генпрокуратураһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Горбунов үлтереү ойоштороу факты буйынса енәйәти эҙәрләкләүҙе туҡтатҡаны өсөн 3 миллион ришүәт алған. Шулай уҡ суд Өфөнөң Совет районының элекке прокуроры Ғарифуллинға аҡса талап итеү һәм тән йәрәхәте факты буйынса енәйәти яуаплылыҡҡа йәлеп иткәне өсөн ике миллион һум ришүәт биреүҙәрен асыҡлаған. Тағы ла бер миллионды ул эш хаҡын түләмәү тураһында енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы кире ҡаҡҡаны ҡсҡн алған. Бынан тыш Ғарифуллин эшҡыуарҙарҙың береһе менән БР Арбитраж суды ҡарарын юҡҡа сығармағаны өсөн 4 миллион һум алған. Суд асыҡлаған факттарҙың тағы ла береһе – кадрҙар мәсьәләһен сискәне өсөн 550 мең һум ришүәт алған ул. Был енәйәт юлында «майлы ҡалъя» алғандарҙың барыһы ла язаға тарттырылған.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Ришүәт алған өсөн – 17 йыл йәки «майлы ҡалъя» ҡоҫторған
Ришүәт алған өсөн – 17 йыл йәки «майлы ҡалъя» ҡоҫторған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: