Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Суд эскәмйәһенән
20 Июль 2023, 11:24

Тыйылғанды һатырға теләгәне өсөн ун йыл

Әлшәй районы прокуратураһы Раевка ауылында йәшәүсе иргә ҡарата ҙур күләмдә наркотик матдәләрен һатыу өсөн дәүләт ғәйепләүен сығарған. Ғәйепләнеүсе килтерелгән факттар менән ризалашҡан, ғәйебен таныған, тик төрмәнән ҡотолоп ҡала алмаясаҡ.

Суд материалдары буйынса, ғәйепләнеүсе 2022 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булғанда интернет селтәре аша наркотик матдәләре һатып ала. Тыйылған тауарҙы ул артабан һатырға планлаштыра. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең планын туҡтата, енәйәтсене ҡулға алып тыйылған матдәләрҙе тартып ала.
Енәйәтсегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө “г” пункты һәм 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ҙур күләмдә наркотик матдә һатыу ниәте буйынса ғәйепләү сығарыла. Суд үлем менән һатыусыға ҡарата ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 10 йылға иректән айырыу тураһындағы ҡарар сығарған. Әлшәй районы прокуратураһы суд ҡарары менән ризалашҡан.

Тыйылғанды һатырға теләгәне өсөн ун йыл
Тыйылғанды һатырға теләгәне өсөн ун йыл
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: