Ошо уҡ учреждениеның кадрҙар буйынса белгесе тарафынан башҡа кеше өсөн эшләп тороу һәм премиялау тураһында законһыҙ приказдар сығарылған. Әлеге хеҙмәткәрҙәр шул рәүешле 430 мең һум аҡсаны нигеҙһеҙ үҙләштергәндәр. Ошоға бәйле район-ара прокуратураһы тикшереү материалдарын енәйәти-хоҡуҡи баһалама биреү өсөн алдан тикшереү органдарына ебәргән. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәләренән һуң “вазифаһын ҡулланып, мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше
ҡуҙғатылған. Беҙ тоҡто тишеп сыҡҡан.