Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Өфө ҡалаһы Совет районы буйынса тәфтиш бүлеге йыйған дәлилдәр Суд тарафынан «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директорына һәм уның арҡаҙашына хөкөм сығарыу өсөн етерлек тип табылды. Был хаҡта Республика тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Һәр кемдең роленә һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, улар РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 4-се өлөшөндә (үҙләштереү һәм растрата), РФ Енәйәт кодексының 173.1-се статьяһының 2-се өлөшөнөң «б» пунктында (юридик шәхестең законһыҙ ойошторолоуы), РФ Енәйәт кодексының 138.1-се статьяһында (мәғлүмәтте йәшерен алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус техник сараларҙың законһыҙ әйләнеше) ҡаралған енәйәттәрҙә ғәйепле тип табыла. Тәфтишселәр билдәләүенсә, 2021 йылдың авгусында производство берекмәһе етәксеһе етәкләгән предприятиеның аҡсаһын урлау маҡсатында үҙенең танышына юридик шәхес теркәгән, уның менән предприятие ихтыяждары өсөн дөйөм суммаһы 1,7 миллион һумдан ашыу суммаға программа тәьминәтен әҙерләү һәм поставкалау буйынса ике фиктив килешеү төҙөгән, ә һуңынан башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү-тапшырыу акттарына ҡул ҡуйған. Ысынбарлыҡта программа тәьминәтен заказсы хеҙмәткәрҙәре эшләй, ә алынған аҡсаны предприятие етәксеһе аффилирланған ойошма аша аҡсаға әйләндереп урлай. Бынан тыш, производство берекмәһе директоры үҙенең кабинетын йәшерен видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландыра, әйләнештә сикләнгән махсус техник сараларҙы интерьер итеп маскировкалай. Суд элекке директорҙы шартлы рәүештә 4 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе 3 йыл 6 айға һынау менән 300 мең һум штраф өҫтәп, ә уның иптәшен йыл ярым урынына шартлы рәүештә һынау менән 1 йылға хөкөм итә.
Суд ҡарары көсөнә инмәгән әле.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивынан.
Р.БАЙРАМОВА әҙерләне.