

Ҡала прокуратураһы РФ Енәйәт Кодексының 157-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән урындағы ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫлай (балаларҙы ҡарауға аҡса түләмәү). Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2024 йылдан суд ҡарары менән ҡатынға бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарауға алимент түләү бурысы йөкмәтелә. Әммә, законлы йөкләмәгә эйә булып, һуңғыһы уны үтәүҙән системалы рәүештә баш тарта. Яуаплылыҡ тураһында бер нисә тапҡыр иҫкәртеүҙәргә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ язаға тарттырыуға (балаларҙы ҡарауға аҡса түләмәү) ҡарамаҫтан, балаларҙың әсәһе килеп йөрөмәй, матди ярҙам күрһәтмәй, рәсми эшкә урынлаштырыу сараларын күрмәй, алынған килемде йәшерә. Аҡса түләнмәгән йылда балалар алдындағы бурыс суммаһы 349428 һум тәшкил итә. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын тулыһынса таный. Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән .
Р.Сәғиҙуллина,
Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры ярҙамсыһы.