

Ул РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, 2026 йылдың февралендә урындағы кеше үҙ йортонда спиртлы эсемлектәр ҡулланған, шунан һуң ҡала урамдары буйлап йөрөргә ҡарар иткән.Элек иҫерек килеш транспорт менән идара иткән өсөн административ язаға дусар ителгәндән һуң, һуңғыһы «Лада Приора» маркалы транспорт сараһы руле артына ултыра һәм ҡала урамдары буйлап хәрәкәт итә башлай, һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса иҫереклек факты асыҡлана, ул 1,223 мг/л тәшкил итә, ғәйепләнеүсе, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын тулыһынса танып, быға ризалаша. Енәйәт эшен тикшереү барышында транспорт сараһына арест һалына. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ныҡлап тикшереү өсөн Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән.
М.Федоров,
Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры ярҙамсыһы.