

Күҙәтеү ведомствоһы ҡала биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың береһенең идара итеү компанияһын алмаштырыу факты буйынса тикшереү үткәрҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса билдәле кешенең милекселәрҙең дөйөм йорт йыйылышы протоколында фатир хужаларының ҡултамғаларын ялғанға сығарыуы асыҡлана, һөҙөмтәлә йорт башҡа ойошма идаралығына күсә. Ошоноң менән бәйле, ҡала прокуратураһы тикшереү материалдарын енәйәт эҙәрлекләү мәсьәләһен хәл итеү өсөн алдан тикшереү органына ебәреү тураһында ҡарар сығара, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
А.САДИҠОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры ярҙамсыһы.