Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Сентябрь 2018, 13:30

Башҡортостанда ер тетрәгән

Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү теркәлгән. Ошо хаҡта рәсми рәүештә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдерҙеләр.

Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү теркәлгән. Ошо хаҡта рәсми рәүештә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдерҙеләр. Атап әйткәндә, ер аҫты һелкенеүе Өфөлә, Салауат һәм Белорет райондарында күҙәтелгән.
«Халыҡҡа хәүеф янамай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-сө саҡрымда 5,5 магнитудалы ер тетрәү булған, тип хәбәр итә Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәге. Ер һелкенеү сығанағы 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан. Әлегә емереклектәр тураһында мәғлүмәт килмәгән.
Башинформ.
Читайте нас в