Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Сентябрь 2018, 13:13

“Туй ҡыуағы” емештәре

Көҙөн ҡып-ҡыҙыл булып баҙлап күҙҙең яуын алып ултырған балан емешенә һоҡланып туймаҫлыҡ! Ә бына уның файҙаһы тураһында һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Ә инде беҙ бала саҡтан ашап үҫкән балан бәлешенең, балан ҡағының тәме – әле лә тел осонда.

Балан исеме латинса “үреү” тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Ата-бабаларыбыҙҙың балан ботаҡтарынан сыт үреүе лә шуға барып тоташалыр, күрәһең. Ә йәш ҡыҙҙар өсөн балан мөхәббәт һәм бәхет емеше һанала. Ҡайһы бер халыҡтар уны “туй ҡыуағы” тип тә йөрөтәләр. Мәҫәлән, элек ҡайһы бер яҡтарҙа туй алдынан кәләш кейәү егетенә балан емеше, балан япрағы төшөрөп сигелгән таҫтамал бүләк иткән.
Кәләштең туй күлдәген, туй табынын балан менән биҙәү йолаһы әлеге ваҡытта ла осрай. Өйләнешкән йәштәр алдына ҡуйылған ризыҡтарҙы алһыу таҫма бәйләнгән балан тәлгәше менән биҙәгәндәр. Балан йәштәргә матур, бәхетле тормош килтерһен тип юрағандар.
Халыҡта балан тураһында күп ри-үәйәттәр, йырҙар, мәҡәл-әйтемдәр бар. Мәҫәлән, өй алдына ултыртылған балан йортҡа именлек, ғаиләгә иҫәнлек һәм байлыҡ саҡырып тора тип юрағандар. Баландың ҙур ботаҡтарын һындырырға, ҡырҡырға ярамай. Ҡыуаҡты шулай йәрәхәтләү үҙеңә бәлә-ҡаза булып ҡайтыуы бар. Баланды юҡҡа ғына тылсымлы ағас тип йөрөтмәйҙәрҙер. Элек йорт-ҡураны яуыз көстәрҙән һаҡлау өсөн ишек башына балан тәлгәштәре элеп ҡуйғандар. Уны им-томда ла ҡулланғандар, хатта ҡайғы-хәсрәт килгәндә баландан ярҙам да һорағандар. Мәҫәлән, балан тәлгәшен мендәр аҫтына һалып ҡуйғандар, күңел болоҡһоп торған саҡтарҙа балан ҡыуағы янына килеп, ботаҡтарын һыйпай-һыйпай, серҙәрен һөйләгәндәр.
Ботаҡтарын һындырмай ғына ҡосаҡ-лап тороу ҙа хәлде еңеләйтә, тиҙәр.
Балан халыҡ медицинаһында әле лә киң ҡулланыла һәм күп ауырыуҙарҙан дауа булып тора. Мәҫәлән, нервылар ҡаҡшағанда, ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһы ҙур. Һеҙҙең иғтибарығыҙға бер-нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, был емеште туңдырып та, киптереп тә һаҡларға була.
Тын юлдары сирҙәренән дауа. Бер ус баланға бер ҡалаҡ бал ҡушып бутайһың да бер литр һыуға һалып ун минут ҡайнатаһың. Ашар алдынан ярты стакан эсәләр.
Һалҡын тейгәндә. Киптерелгән бер ус баланды бер стакан ҡайнар һыуға һалып өс сәғәткә томалап ҡуяһың. Һалҡын тейгәндә көнөнә бер нисә йотом эсәләр. Тамаҡ сайҡатһаң да ярай.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары елһенгән-дә лә балан ярҙам итә. Ашҡаҙан йәрә-хәтенән, геморройҙан шәкәр ҡушылған балан һуты эсергә кәрәк.
Иммунитетыңды нығытайым ти-һәң, баланлап сәй эс. Сәй бешергәндә бер нисә бөртөк балан һалып ебәрәһең, бөтнөк өҫтәһәң дә ярай.
Баландан ҡаҡ. Башта баланды ҡайнар һыуҙа 3 минут самаһы бешекләп алығыҙ. Шунан һыуын түгеп, яңынан бер стакан һыу һалып, талғын ғына утта йомшарғансы бешерегеҙ. Бешкән баланды иләк аша үткәргәс, талғын утта ҡуйырғансы тотоғоҙ. Шунан һуң ағас таҡтаға йәйеп, ҡояшта йәки йылы мейестә киптерегеҙ.
Балан ҡатығы. Баланды йомшар-ғансы талғын ғына утта бешереп алығыҙ. Шунан һыуын түгеп, яңынан 2 стакан һыу өҫтәп, тамам йомшарғансы быҡтырығыҙ. Бер аҙ һыуынғас, иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Шунан талғын утта 20 минут самаһы ҡайнатып, банкаға тултырығыҙ. Һалҡынса урында һаҡ-лағыҙ. Балан ҡатығы яһау өсөн: 1 килограмм баланға 1 килограмм шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк.
Читайте нас: