...Һуңғы арала таңға ҡарай ҡала халҡын танауға ғына түгел, хатта күҙгә бәреп ингән ҡырҡыу еҫ борсой. Әлеге лә баяғы тигәндәй, аптырашта ҡалған кешеләр бер-нисә сәғәт буйы таралмаған “томан”ды фотоға төшөрөп социаль селтәргә һалырға мәжбүр. “Һауаны ҡайһы завод бысрата?” тигән борсоулы һорау тыуа, әлбиттә. Кемдер ағыулы “томан” Салауаттың акрил заводынан килә, тип раҫлай, кемдер уның сәбәбен урындағы предприятиеларҙан эҙләй.
Нисек кенә булмаһын, Башҡортостанда онкологик сирҙәрҙән үлеүселәр һаны арта ғына бара һәм унда әлеге “томандарҙың” роле лә юҡ түгел, әлбиттә. Ә беҙҙең балаларыбыҙҙы яҡын киләсәктә нимә көтә һуң?!. Үҙҙәренең һаулығынан бигерәк, балаларҙың киләсәген ҡайғыртҡан халыҡ инде хәҙер ни эшләргә белмәй аптырай һәм социаль селтәрҙәрҙә ошондай дәғүәләр белдерә.
...Үкенескә ҡаршы, экологияның насарайыуын хәҙер һауала ғына түгел, һыуҙа ла күҙәтергә була. Ағиҙелдә күпләп балыҡ үлә. Был ҡурҡыныс хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғандар. Кадрҙарҙан күренеүенсә, бүртенеп һәләк булған балыҡтар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан. Башлыса, эре ба-лыҡ ҡырылған. Мәҫәлән, дүрт килолыҡ суртан ағыулы һыу ҡорбаны булған. Был ҡот осҡос хәлгә битараф булмаусылар раҫлауынса, Ағиҙелдә балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуы заводтан сығарып түгелгән бысраҡ һыу тапҡырында күҙәтелә. Улар (әүҙемдәр) БР Экология министрлығынан предприятиеға килеп, балыҡтарҙың ҡырылыу сәбәбен асыҡлауын һорай.
Ҡалалағы ике химия заводынан һауаға сығарып ташланған газ һәм һыуға ағыҙылған ағыулы матдәләр тураһында күҙәтеүсе органдар ни әйтә һуң?
Радионан, телевизорҙан көн дә Ағиҙел йылғаһы һайыға тип саң ҡағалар. Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа һөйләнгән һылыу Ағиҙелебеҙҙе таланған ҡыҙ хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн кемдән ярҙам көтөргә – Хоҙайға тапшырырғамы әллә үҙебеҙгә көрәшергәме?!