Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Сентябрь 2018, 15:19

Николай ВАЛУЕВ Стәрлетамаҡ өсөн борсола

Халыҡ вәкиле нефть ҡалдыҡтары менән бысраныусы Стәрлетамаҡ районы ауылдарын контролгә алды.

РФ Дәүләт думаһы депутаты Николай Валуев Өфөлә экология мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Унда Стәрлетамаҡ районының Васильевка һәм Кантюковка ауылдарының нефть ҡалдыҡтары менән бысраныуы мәсьәләһе лә күтәрелде. Был ауылдарҙың биләмәһендә шлам йыйылыуҙан ағыулы ҡалдыҡтар тупраҡҡа эләгә, һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ районы халҡы эсәр һыуһыҙ ҡалыуы ихтимал. Бысранған майҙан 11 гектар самаһы ерҙе биләй.
– Күренеш һәләкәт хәлендә түгел, инвестор һәм урындағы власть халыҡ менән аңлашыр тип ышанам. Ә беҙ был мәсьәләне контролдә тотасаҡбыҙ, – тине Николай Валуев.
Читайте нас: