Ризыҡ эҙләй. Айыу еләк ярата, көнбағыш баҫыуына сығып айҡап йөрөй. Нәҡ ошо осорҙа кеше айыуға йыш тап була ла инде. Көҙгөһөн урманда йөрөргә тура килһә, үҙегеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ тураһында хәстәрләргә лә онотмағыҙ. Иң беренсе, ашағандан ҡалған ризығыңды һәм башҡа ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрҙе ҡайҙа етте – шунда ташлап китергә ярамай, артыңдан йыйыштырып китергә кәрәк. Артыҡ еҫе сығып торған ашамлыҡтар һәм көнкүреш химияһы әйберҙәрен алмаҫҡа тырышығыҙ. Айыу еҫ тойоуға һиҙгер.
Урманда саҡта гел генә ҡысҡырып һөйләшегеҙ йәки йырлап йөрөгөҙ. Бер ҡасан да айыуға артың менән торорға ярамай. Айыу яҡын килмәһен тиһәгеҙ, уны күреү менән, ҡапыл ҡасмағыҙ, юҡһа ул баҫтыра башлай.