Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Октябрь 2018, 14:52

Аҡсанан бигерәк ғүмерҙәр йәл

Былтыр, климат үҙгәреү сәбәпле, килеп сыҡҡан тәбиғәт ғәрәсәттәре 320 миллиард долларлыҡ зыян килтергән, был турала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итә.

БМО-ның генераль сәркәтибе Антониу Гутерреш һүҙҙәренсә, климаттағы үҙгәрештәр шул тиклем тиҙ бара, хатта уның һөҙөмтәләре менән көрәшеп тә өлгөрөп булмай. Ул шулай уҡ 2015 йылда һауаға зыян килтереүсе пар газдарын ташлауҙарҙы ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән Париж килешеүен дә хәтерләтеп үтә. Унда 2100 йылға тиклем Ер шарында уртаса температураны 2 градустан арттырмау тураһында һүҙ бара.
Барыһын да аҡса менән һанарға ғәҙәтләнгәнбеҙ, шулай ҙа барыһынан да кеше ғүмере ҡиммәт. Бындай тәбиғәт шарттары бер юлы меңәрләгән ғүмерҙәре өҙә бит. Индонезияла, мәҫәлән, бөтөнләй ҡот осҡос хәл, Сулавеси утрауында 6.1 һәм 7.4 магнитудаһында бер бер артлы ер тетрәүе теркәлә. Ер тетрәүҙән 2 метр бейеклектәге цунами күтәрелеп Палу ҡалаһына барып төшә. Һөҙөмтәлә 1200-ҙән ашыу кеше һәләк булған, 500 меңе яраланған, ә 17 мең кеше йорттарын ташлап киткән. Бындай күренеш йыш ҡабатлана торған, сейсмологтар йылына 4,0 магнитудаһынан юғарыраҡ булған 6-7 ошондай осраҡ теркәй. Әйткәндәй, унан алда ғына Японияны “Трами” тайфуны ҡапланы. Уның арҡаһында 2 кеше һәләк булған, тағы ла икәү хәбәрһеҙ юғалған, 127 кеше йәрәхәттәр алған. Йыл дауамында был илдә 24 тайфун булған, властар ерҙе йыуыу һәм һыу баҫыу ҡурҡынысы арҡаһында 3,8 миллион кешене эвакуацияларға фарман биргән.
Бындай һәләкәттәр кешелекте мөмкин тиклем урап үтһә ине.
Читайте нас: