Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Октябрь 2018, 13:50

Ағастар ҙа дауалай

ҠайынБыл зифа ағас йәне лә, тәне лә дауаға мохтаж булған һәр кемде үҙенең иркен ҡосағына алырға әҙер. Кеше ни тиклем яҡынайған һайын, ул уға, әжерен дә талап итмәҫтән, ғәйәт ҙур көс-ҡеүәт бирә. Ҡайын янында оҙаҡ тороу тирене матурлай, кәйефте күтәрә. Бынан тыш, ул ауыртыуҙы бөтөрә.

Саған
Йәнең толҡа тапмай, күңелеңә ҡыйын булып тора икән, саған янынан үтеп китеү ҙә ярҙам итә. Ул шунда уҡ сатырын ҡыштырҙап үҙенә йәлеп итәсәк. Башҡа ағастарҙан айырмалы булараҡ, саған насар энергетиканы үҙенә ала һәм уны эшкәртеп, ҡайтанан һиңә позитив энергетика бирә. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙҙә һынап ҡарағыҙ.
Ҡарағай
Был ағас энергияһы менән генә бүлешеп ҡалмай, матдәләр алышыныуын да яйға һалырға һәләтле. Әгәр йөрәгең бер аҙ сырхап торһа, ҡарағай янына яҡын бармағаның хәйерле. Юғиһә уның көслө тәьҫиренән хәлеңде яҡшыртыу түгел, хроник сирҙәрҙе көсәйтеп ҡуйыуың да бар.
Имән
Имәнде ҡосаҡлап йәки янында оҙаҡ ҡына торһаң, үҙеңә көс алырға, зиһенеңде яҡшыртырға, һаулығыңды нығытырға була. Йәнеңде тыныс-ландырырға теләһәң, урманға барып бер ҙур ғына имәнде ҡосаҡлап тороу ҙа етә. Шунда уҡ йәнеңә еңел булып, рәхәт булып китер.
Алмағас
Был һылыуҡай дәрт-дарман һәм йәшлек бүләк итә. Бәхеткә ҡаршы, әлдә ул йорт үҫемлеге. Шуға күрә, организмығыҙҙы тонуста тотоу өсөн, баҡсағыҙға күберәк алмағас ултыртырға тырышығыҙ.
Читайте нас: