Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Ноябрь 2018, 14:35

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә йәнә ер тетрәгән

Кисә көндөҙгө сәғәт 1 тула 12 минутта Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә йәнә ер тетрәү булған.

«Рәсәй Фәндәр академияһының берҙәм геофизика хеҙмәте» мәғлүмәттәре буйынса, эпиүҙәк Ҡатау-Ивановск ҡалаһынан 21 саҡрым көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Сейсмик әүҙемлек 4,4 магнитуда һәм 10 саҡрым тәрәнлек менән теркәлгән. Халыҡтан оператив хеҙмәттәргә 50-нән ашыу мөрәжәғәт килгән.
«Райондар, объект хакимиәттәре, министрлыҡтар, ведомстволарҙың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Емереклектәр, зыян күргән һәм һәләк булған кешеләр тураһында мәғлүмәт килмәгән.
2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә бындай күренеш күҙәтелгәйне инде. 5 сентябрҙә Уралда Өфөнән 133 саҡрым көнсығыштараҡ ер тетрәне. Сығанаҡ 10 километр тәрәнлектә урынлашҡан.
Читайте нас в