24 ноябргә ҡарай төндә ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындың үтеп инеүе көтөлә. Һауа температураһы -14, -19, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ -6,-12 градус була. 25 ноябрҙә йылыта, төндә -7,-13, көндөҙ -4, -9 градусҡа тиклем.
Аҙна һуңында һәм ял көндәрендә республика биләмәһендә циклоник процестар йәнә әүҙемләшә. Ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран сыҡҡанда юлдарға көрт һалыуы күҙәтелә, был иһә автотранспорттың хәрәкәт итеүен ҡатмарлаштыра.
Ошо көндәрҙә ҡар яуғандан һуң бөтә республика биләмәһендә ҡар япмаһы ятты. Быға тиклем ул көнсығыш райондарҙа ғына күҙәтелде. Быйыл ҡарҙың климатик сроктан 10-15 көнгә һуңыраҡ ятыуы билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1242044-v-bashkirii-v-vykhodnye-pokholodaet-do-25-gradusov-/