Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Декабрь 2018, 13:56

«Башҡортостан» милли паркы туристарға ҡаргиҙәрҙә йөрөргә рөхсәт бирҙе

«Башҡортостан» милли паркы туристарға ҡаргиҙәрҙә инергә рөхсәт бирҙе. Ләкин раҫланған маршруттар буйынса ғына йөрөргә мөмкин, тип хәбәр иттеләр милли парк хакимиәтенән. Ҡышҡы балыҡ тотоу урындарына барырға теләгән урындағы халыҡ шундай үтенес менән мөрәжәғәт иткән.
Маршрут буйлап йөрөү өсөн ҡаргиҙәр водителенә һәм пассажирҙарына рөхсәт алырға кәрәк. Техниканың дәүләт теркәүе булмаһа, рөхсәт ҡағыҙы бирелмәй.
Беренсе маршрут: Нөгөш һыу һаҡлағысы яры буйлап «Судак» базаһына тиклем. Икенсеһе: Үрге Биҡҡужанан Йомағужа һыу һаҡлағысы буйындағы туҡталҡаларға хәтлем. Өсөнсөһө: Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан Батран ыҙанына ҡәҙәр.
Маршрутты боҙған өсөн 3-4 мең һум штраф ҡаралған, тип иҫкәрттеләр милли паркта.
http://www.bashinform.ru/news/1245541-natspark-bashkiriya-razreshil-vezd-turistam-so-snegokhodami/
Читайте нас: