Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Декабрь 2018, 14:46

Ҡупшыҡайҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Улар беҙгә йыл да кәрәк

Яңы йыл – һәр ҡайһыбыҙҙың да иң яратҡан байрамы. Быуындан-быуынға күсә килгән ғаилә байрамы булараҡ, ул традицияларға ла бик бай. Ә инде өйҙө Яңы йыл шыршыһы менән биҙәү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Беҙҙең ҡалала Яңы йыл шыршыһын һатыуға әҙерләү эше менән республика урман хужалығы идаралығының Стәрлетамаҡ урмансылығы шөғөлләнә. Яңы йыл алдынан унда ниндәй эштәр башҡарыла, ошо турала ентекләберәк һөйләүен һорап учреждение етәксеһе Рамазан ХӘЙҘӘРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Рамазан Ғилметдинович, Яңы йылды ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тимәк, урман хужалары өсөн эштәр ҡыҙыуланды.
– Әлеге ваҡытта урман инспекторҙарының ҡыҙыу эш мәле башланды. Был – ағастар менән һатыу итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы, урманды шыршы, ҡара-ғай ағастарын үҙ белдеге менән ҡырҡыусыларҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү урындарын тикшереү. Стәрлетамаҡ урман хужалығы Яңы йыл шыршыларын рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙы асыҡлау буйынса эштәр башҡара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә шыршыларҙы әҙерләүгә, ташыуға һәм һатыуға хоҡуҡтарҙы тикшереү буйынса рейдтар уҙғара.
– Шуға ҡарамаҫтан, шыршыны һатып алмай ғына урмандан “сәлдерергә” яратыусылар ҙа юҡ түгел... Был осраҡта ниндәй саралар күрелә, ғөмүмән, ниндәй эштәр башҡарыла?
– Башҡортостан урман хужалығы шуны ҡәтғи иҫкәртә: шыршыны урмандан рөхсәтһеҙ ҡырҡып алыусы граждандарҙан 3 мең һумдан алып 4 мең һумға тиклем, етәкселәрҙан – 20 меңдән алып 40 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәрҙән 200 меңдән алып 300 мең һумға тиклем административ штраф түләтеү ҡаралған. Бынан тыш, тәртип боҙоусы урманға килтергән зыянды ла ҡапларға тейеш. Үҙ белдеге менән бер генә ағасты ҡырҡҡан осраҡта ла, уға бер ҡарағай өсөн 2664 һум, шыршы өсөн 1950 һум түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә ике йәки унан күберәк ағас ҡырҡҡан булһа, ул саҡта инде бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү хәүефе янай.
Стәрлетамаҡ урмансылығы бу-йынса 19 ноябрҙән алып 31 дека-бргә тиклем “Шыршы” опера-цияһы уҙғарыла. Ылыҫлы йәш урмандарҙы һаҡлау буйынса көн һайын дежур итеү эше ойошторола. Әгәр ҙә йәш шыршы үҫентеләрен ҡырҡҡандарын белеп ҡалһағыҙ, 8(3473)25-41-69, 25-17-96 теле-фоны аша Стәрлетамаҡ урман хужалығына шылтыратыуығыҙҙы һо-райбыҙ. Урман ҡараҡтары, законһыҙ рәүештә шыршы ҡырҡып, уйламай ҡылған ҡылыҡтары арҡаһында Яңы йылға кәйефен боҙмаҫ, ә аҡсаларын штраф түләүгә түгел, яҡындарына бүләк алыуға сарыф итер тип ышанабыҙ.
Роза САФИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: