Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Декабрь 2018, 14:02

Һыу – йәшәү сығанағы

Ерҙә тормоштоң нигеҙе булып һыу тора. Кеше организмының уртаса 70 процентын һыу тәшкил итә. Йыһандың бер генә тере организмы ла һыуһыҙ йәшәй алмай.

Кеше организмында һыу тән температураһын көйләй, организмға туҡланыу матдәләрен үҙләштерергә ярҙам итә, быуындарҙы майлай, аҙыҡты энергияға әйләндерергә булыша, матдәләр алмашыныуында ҡатнаша, организмдан төрлө токсиндарҙы (ағыуҙарҙы) сығара. Уны тейешле кимәлдә ҡулланғанда, арҡа ауыртыуын, мигренде, ревматизм сирҙәрен бөтөрөргә, ҡандағы холестерин кимәлен һәм ҡан баҫымын төшөрөргә, шул айҡанлы йөрәк өйәнәге булыу ихтималлығын да кәметергә мөмкинлекте ғалимдар иҫбатлаған. Әгәр беҙ эскән һыу юғары сифатлы һәм минераль матдәләргә бай булһа, баш мейеһе һәм бөтә организм кәрәкле матдәләр менән байытыла. Әҙерлек һәм фильтрация процесын үтәмәгәндә, һыу зыян да килтереүе мөмкин. Күптәребеҙ һыу үткәргестән килгән һыуҙы, кемдер уны һауытта бер нисә сәғәт тотҡандан һуң эсә, бутылкаларҙағы һыуҙы ла, ҡайсаҡ ҡайнатылған һыуҙы ла һыуытып эсәбеҙ. Тик ниндәй һыуҙы эсеү файҙалы һуң? Әлбиттә, һыу үткәргес аша килгән һыуҙы һәр кем эсә ала. Тик уны шул килеш эсеүҙең зарарлы булыуы тураһында әллә күпме уҡыған да, ишеткән дә бар. Сөнки крандан алынған һыуҙа йә тимер еҫе, йәки икенсе бер еҫ килеүе һәм һыуҙың төҫлө булыуы ла ихтимал. Әлбиттә, ундай һыуҙы фильтр аша үткәрмәйенсә йәки таҙартмайынса эсеү тыйыла. Күптәр ҡайнаған һыу эсергә кәрәк тип иҫәпләй. Ләкин ҡайнатҡан ваҡытта ҡайһы бер тоҙҙар күбәйеп, ҡайнаған һыуҙың әллә ни файҙаһы булмай. Ҡайнатылған һыуҙы ла оҙаҡ һаҡларға ярамай. Шешәләге һыу яҡшы альтернатива булһа ла, микробиологик, химик һәм башҡа күрһәткестәре буйынса кеше ҡулланһын өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш. Уны һатып алғанда ла хаталанмаҫҡа кәрәк бит әле. Сығарыу датаһына иғтибар итергә кәрәк, әгәр бер йылдан артып киткән икән, уны эсмәү хәйерлерәк. Әгәр һыу болғансыҡ икән, ул насар сифатлы тигән һүҙ. ГОСТ һәм СанПин нормаларына ярашлы һыуҙы ғына һатып алырға кәрәк. Уны ҡайнатырға ла кәрәкмәй, фильтр аша ла үткәрмәйҙәр, шунда уҡ эсергә мөмкин. Әлбиттә, тикшерелгән етештереүселәрҙең генә һыуын алырға тырышығыҙ. Намыҫлы етештереүселәр этикеткала бөтә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә яҙа, әйтәйек, һыуҙа күпме кальций, магний, ниндәй минерализация – бер нәмәне лә йәшермәй.
Күп белгестәр фильтрланған һыуҙы эсергә кәңәш итә. Тик һыуҙы фильтр аша үткәргәндә һыу хәүефһеҙ булһа ла, фильтр һыуҙағы файҙалы матдәләрҙе юҡ итергә мөмкин. Шуға күрә фильтрҙы дөрөҫ һайлай белергә кәрәк. Көнкүреш фильтрҙарының иң таралғандары – һыу үтә торған һәм кувшин-фильтрҙар. Ста-ционар фильтрҙар күп миҡдарҙағы һыуҙы тиҙ таҙарта, тик бик ҡыйбат тора. Кувшин-фильтр – иң ябайы. Шулай ҙа һыуҙы таҙартыу менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Сөнки “үле һыу”ҙың бер файҙаһы юҡ. Беҙҙең төбәктә халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү маҡсатында эсәр һыуҙың сифатына һәм хәүефһеҙлегенә “Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәге” лабораториялары тарафынан тикшереү үткәрелә. Шуға күрә һыу үткәргестәрҙәге һыу хәүефһеҙ һәм эсергә яраҡлы тип һығымта яһарға була.
К. КУЗЯШЕВА, химик-эксперт.
Читайте нас: