«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Халыҡ һәм комиссия ағзалары был хаҡта белә, — тип хәбәр итте ултырышта ведомство хеҙмәткәре. — Был кеше организмының һауалағы үҙгәрештәрҙе тиҙерәк тойоуын аңлата. Ҡыҫҡа ваҡытлы еҫ сығыуын халыҡ һиҙҙе — кешеләр уны башҡаса ҡабул итте. Ләкин был ҡыҫҡа ваҡытлы күренеш ине – организмда кире эҙемтәләргә килтергән бер нәмә лә йыйылманы, халыҡтың һаулығында сағылыш тапманы».