Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
26 Декабрь 2018, 14:58

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы һәм елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 26 декабрҙә кискеһен һәм 27 декабрҙә көнө буйына республиканың айырым райондарында көслө ҡар, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Ҡайһы бер юл участкаларында көрт, боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Алдан билдәле булыуынса, республика сигенә циклон яҡынлаша. Шуға бәйле төбәктә атмосфера процестары әүҙемләшә. Ҡар яуыуы, буран сығыуы, автомобиль юлдарында урыны менән ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Аҙна аҙағында, атмосфера баҫымының күтәрелеүенә бәйле, әлеге күренештәр кәмей.
http://www.bashinform.ru/news/1255770-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-ob-usilenii-vetra-do-20-m-s/
Читайте нас: