Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Ғинуар 2019, 17:14

Шәмбенән йылыта

Һыуыҡтар сыҙамлылыҡта һынай –һауа температураһы әкренләп төшә бара.

Бөгөн-иртәгә көндәр һалҡын торасаҡ
һәм шәмбе көндө ҡапыл -4 градусҡаса
күтәреләсәк. Шулай уҡ ҡар яуыуы, көслө
ел, урыны менән һепертмә буран сығыуы
ихтимал. Йәкшәмбе көндө лә ошондай
һауа торошо һаҡлана. Юлдарҙы ҡар
ҡаплауы, урыны менән боҙлауыҡ булыуы
көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға,
тиҙлекте кәметергә, был көндәрҙә юлға
сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.
Ә киләһе аҙна башынан яуым-төшөм
кәмей, ай аҙағына тиклем ҡаты һыуыҡтар
көтөлмәй, киреһенсә, һауа температураһы
0-гә тиклем күтәреләсәк.
Читайте нас: