Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 ғинуарҙа төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнбайыштан — тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы — 8-13 градус һалҡын.
15 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә — 12-17 градус һыуыҡ, урыны менән — 20-25. Көндөҙ — 18-13 градус һалҡын.
16 ғинуарҙа синоптиктар республикала бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Айырым райондарҙа еңелсә буран. Еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә — 8-13 градус, аяҙытҡанда минус 18-гә тиклем. Көндөҙ бер аҙ йылы — 4-9 градус һалҡын.
http://www.bashinform.ru/news/1260348-v-bashkiriyu-vozvrashchayutsya-morozy/