– Йәкшәмбе көнө буран эҙемтәләрен бөтөрөүҙең иң ҡыҙған мәле ине, әммә көрәш әле лә дауам итә. Ҡала буйлап бөтә урындарҙа ла ҡарҙан таҙартыу алып барыласаҡ. Әлеге мәлдә төп һәм икенсел юлдар ҡарҙан таҙартылды, юлдарҙа хәүеф тыуҙырған боҙлауыҡ урындарға махсус ҡатнашма һибелде, – тип белдерә ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнингы Илдар Ғәрифуллин.
Магазин, банк һәм башҡа халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү урындарында иң беренсе булып ҡар таҙартылғандыр. Тик... эшҡыуарҙар үҙҙәренә кеше килһен өсөн юл таҙартам тип, машиналар елдереп йөрөгән оло юлға ҡар ташларға, хатта өйөп ҡуйырға ла аптырап тормай. Шуныһы ла аңлашылып бөтмәй: оло юлдарҙа таҙартыу эштәре барғанда ҡайһы бер ихаталарҙа ҡар һаман да тубыҡтан, машина менән генә түгел, йәйәү көскә барып инәһең. Күрәһең идарасы компаниялар үҙҙәренең төп бурыстарын онотҡан. Әлбиттә, уларҙы ла аңларға була: ҙур техникалары юҡ, әммә көрәк менән генә йырып сығырлыҡ эш түгел икәнен күптән аңларға ваҡыттыр бит. Һәр хәлдә ҡар бәләһе ябай халыҡ башына төшөргә тейеш түгел!