Социаль селтәрҙәрҙә бүре өйөрө төшөрөлгән фотоһүрәт менән хәүеф-хәтәр янаған телефонограмма ҡуйылған. Унда Бәләбәй районында Савкино ауылынан йыраҡ түгел 50 генә кеше йәшәгән бәләкәй бер ауылда бүре өйөрө йөрөүе тураһында яҙалар. Йыртҡыстар «Башнефть» хеҙмәткәрҙәре эшләгән ергә килеп эйәләгән. Ошоға бәйле, эшселәрҙең тейешле хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙәрен һорайҙар. Ҡырағай хайуандарға ышаныс юҡ – уйламағанда-көтмәгәндә кешегә ташланыуҙары ихтимал, тиелә унда. Шулай инде, “бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай”, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ҡаланан тәбиғәткә ял итергә барһағыҙ, һаҡ булығыҙ.