Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, республиканың далалы көньяҡ-көнбайыш ра-йондарында ҡар иртәрәк ирей, таулы-урманлы яҡтарҙа иһә ҡар оҙағыраҡ ята.
Әлеге ваҡытта йылғаларҙағы боҙҙоң ҡалын-лығы 27-65 сантиметр тирәһе, был норманан 10-45 сантиметрға кәмерәк. Уртаса тәүлек тем-ператураһы күтәрелеүгә бәйле, күп йылғаларҙа хәҙер әкренләп боҙ ҡатламы ишелә башланы, йырындар, уйымдар барлыҡҡа килә, боҙ ҡарая, һыу өҫтөнә шәре ҡалҡып сыға.
Урал йылғаһы быйыл 2-3 көнгә ғәҙәттәге ваҡытынан алданыраҡ – 1-6 апрелдә боҙҙан әрселә. Ағиҙелдә, ғәҙәттә, боҙ китеү 9-12 апрелдә күҙәтелә. Унда һыу ташыу ваҡыты 25 марттан һуң тулыһынса билдәле буласаҡ.
Ағиҙел йылғаһының Стәрлетамаҡ тәңгәлендә һыу күтәрелеү кимәле 374 сантиметрҙан артмая-саҡ. Был уртаса алынған ғәҙәттәге норманан 7 сантиметрға түбәнерәк буласаҡ тигән һүҙ.
Шул уҡ ваҡытта яҙғы ташҡын осоронда 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 257-гә яҡын ауылды һыу баҫыуы ихтимал, тип иҫкәртәләр БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Ташҡын осоронда ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 117 меңдән ашыу кеше һыйҙырырлыҡ 491 пункт, 20 һәм 100 кеше һыйҙырышлы ике мобиль пункт әҙерләнгән.
Ҡарҙар иреүе һәм ямғырҙар Сибайҙағы проблемалы карьерҙы һыу аҫтында ҡалыуҙы тиҙләтә.
Әле һыу кимәле 1,7 метрға тиклем күтәрелгән. Контроль нөктәгә етер өсөн 14 метр ҡалған. Сибайҙағы карьерҙы күмеү планы 82 процентҡа үтәлгән. Йылы ямғырлы һауа торошо соҡорҙо тултырыуҙы тиҙләтеүе ихтимал.