Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Март 2019, 12:18

Быйыл йылға-күлдәрҙә көслө ташҡындар көтөлмәй

Йәғни һыу күп йыллыҡ һөҙөмтәләр менән сағыштырғанда, 10-15 процентҡа әҙерәк күтәреләсәк. Әммә был фараз ташҡынға бөтөнләй әҙерләнмәҫкә мөмкин тигәнде аңлатмай, хәүефле урындар етерлек. Икенсенән, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, ғәҙәттән тыш хәлдәр булыуы ла ихтимал. Шуға күрә ҡотҡарыусылар әле йылға буйҙарында йәшәүселәрҙе иҫкәртеү менән мәшғүл.

Тутаевтар Ағиҙел йылғаһы буйындағы Кооператив яланда күптән йәшәй. Һыу баҫыу ҡурҡынысын иҫәпкә алып йорт һалғанда уҡ ерҙе ике-өс метрға өҫкә күтәрткәндәр. Һуңғы йылдарҙа ташҡын өйгә килеп еткәне юҡ, шуға ҡарамаҫтан уяу булыу мотлаҡ, ти улар. Күрше-тирә бер-береһен иҫкәртеп кенә тора.
Рейдҡа сыҡҡан ҡотҡарыусыларҙы халыҡ төрлөсә ҡаршы ала, берәүҙәр ишек асмай, икенселәре әңгәмәләшергә ашыҡмай, өсөнсөләре мөғжизәгә ышана. Виктор Старостин быйыл һыу күтәрелмәйәсәк тип фаразлай, ҡыш яуым-төшмлө булһа ла, ҡар ҡатламы ҡалын түгел.
Виктор Старостин, кооператив яланда йәшәүсе: “Өс йыл элек ҡар күп яуҙы, көнөнә өсәр тапҡыр сығып көрәй инем. Шунда ла һыу баҫманы, быйыл бөтөнләй ҡурҡыныс юҡ. Өйҙө яртылаш һыу баҫҡан саҡтар ҙа бар ине, кәмәлә йөҙөп йөрөнөк, үҙебеҙҙең кәмә бар, шуға борсолмайбыҙ”.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, Коооператив яланда ике меңдән ашыу кеше йәшәй, бында төҙөлөш йылдам барыу сәбәпле, халыҡ иҫәбе арта. Яңы күсенеүселәр хәүефһеҙлек саралары хаҡында белеп бөтмәй. Күптәрҙең кәмәләре, ҡотҡарыу жилеттары юҡ, мөлкәт страховкаланмаған.Тимәк, ташҡындан зыян күреүселәр түләүҙәргә лә өмөт итә алмай.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, рейдтар киләһе көндәрҙә лә дауам итәсәк, сөнки иҫкәртелгән кеше һәр ваҡыт әҙерлеклерәк булып сыға.
Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Кооператив яланы һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған иң хәүефле урындарҙың береһе. Әле йорттар урамдар ҡарға күмелеп улытрһа ла йылы көндәргә оҙаҡ түгел, ә ташыҡын һәр ваҡыт көтмәгәндә килә. Шуға күрә был миҙгелдә әҙерлекле булыу, уяулыҡты юғалтмау мотлаҡ.
Мәҡәлә тулыһынса https://bash.news/news/92153_byjyl_ya_bashortostanda_jylakldr_ksl_tashyndar_ktlmj?lang=bash
Читайте нас: