Башҡортостанда яҙҙың тәүге айы ҡышҡыса һалҡын көндәр менән тамамлана. Алдағы өс көндә синоптиктар ямғыр, ҡар, көслө ел фаразлай. Йома, 29 мартта, республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы күҙаллана. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 2-7 метр, көндөҙ ҡапыл иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -1,-6, көндөҙ +2, +7 градус була. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, боҙлауыҡ көтөлә.
Шәмбе, 30 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -1,-6, аяҙытҡанда -11 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ 0,+5.
Йәкшәмбе, 31 мартта, бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр, еңелсә боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы саҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ +1,+6.
http://www.bashinform.ru/news/1290779-v-bashkirii-mart-zavershitsya-mokrym-snegom-s-dozhdem-i-silnym-vetrom-/