Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
2 Апрель 2019, 13:39

Иртә яҙ урмансы файҙаһынамы?

Ике аҙна эсендә өйөм-өйөм ҡарҙар юҡ булды тиерлек. Ер асылыу менән, тәбиғәт балаһы булараҡ, кеше “әсәһе” ҡосағына ашҡыныр. Тик ҡайһы бер осраҡта шул “әсә һәм бала осрашыуы” күңелһеҙ тамамланып ҡуя. Ял итеүселәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында урмандарҙа янғын йыш сыға. Ошо йәһәттән һығымталар, күҙаллауҙар артынан Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе буйынса Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары Ринат Ғаяз улы ЗӘЙНУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

– Үткән йылды ниндәй йомғаҡтар менән тамамланығыҙ?
– Бәхеткә күрә, урмансылыҡты янғындар урап үтте. Уның ҡарауы, хәүефле мәлдәр булманы түгел. Яландарҙа ут сыҡты, әммә уларҙы урманға яҡын ебәрмәнек, ваҡытында һүндерҙек. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы буйынса ағымдағы йыл Янғынға ҡаршы көрәш йылы тип иғлан ителде.
Йылдың ҡоро килеүе хәүефле. Былтыр иһә ямғырҙар яуып торҙо, ҡороған үләндәр, сүп-сар серене, ер дымлы булды, тип әйтергә мөмкин. Юҡһа, башҡа өлкәләрҙә ҡоролоҡ арҡаһында янғын күпме урманды юҡ итте.
– Янғын сығыу осраҡтарының сәбәбе ниҙә?
– Тәбиғи шарт булыуы ихтимал. Әйтәйек, бер ағасты йәшен атты, шул арҡала бөтә урманда янғын сыҡты. Шулай ҙа бәлә-ҡаза башлыса кешенең яуапһыҙлығына бәйле. Әйткәндәй, янғын урманға барып етмәһә лә, былтыр яландарҙың яныуы нәҡ әлеге сәбәп арҡаһында ине. Уйлай китһәң, бер шырпы арҡаһында миллион һумдар менән баһаларлыҡ зыян килеүе бар.
Ундай янғындар, ғәҙәттә, кешеләр ял иткән мәлдә башлана. “Ҡырын тейәп” алғандар утты контролдә тотмай. Рейдтар ваҡытында йылға буйына ит ҡыҙҙырырға сығып, усаҡ янында бер ни белмәй иҫерек ятыусыларҙы йыш күрергә тура килә. Шул арҡала урман ғына түгел, Алла һаҡлаһын, үҙҙәренең дә янып китеүе ихтимал бит. Осҡондоң елдә уйнауы, күҙәтеп тормаһаң, бик хәүефле күренеш.
– Рейдтар тигәндән, халыҡҡа аңлатыу эштәре нисек ойошторолған?
– Киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһайбыҙ. Бынан тыш, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Киләсәктә Интернет селтәре аша мәғлүмәт таратыуҙы көсәйтергә кәрәктер, тип уйлайым. Иң борсоғаны – тәбиғәт ҡосағында шашлыҡ бешереүсе йәш-елкенсәк. Үкенескә ҡаршы, уларҙа һаҡлау-һаҡланыу мәҙәниәте юҡ кимәлдә. Шуға аңлатыу эштәрен нәҡ ошо йүнәлештә көсәйтергә кәрәк. Ғөмүмән, ял итеүселәрҙең, өмәселәрҙең усаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмауын, уның тирә-яғын һай ғына канау менән уратыуын үтенгем килә. Иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
– Әгәр ҙә усаҡ яғып ултырған кешене тотһағыҙ…
– Тәү сиратта хәүефһеҙлек тураһында аңлатып, уны һүндереүҙе талап итәбеҙ. “Борсаҡ бешмәгән” осраҡта протокол төҙөргә хоҡуҡлыбыҙ. Ваҡиға ҙурға китә ҡалһа, полиция, прокуратура менән берлектә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, был йәһәттән былтыр административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 30 протокол төҙөлдө, 80 мең һумлыҡ штраф һалынды.
Утҡа ҡаршы көрәштә башҡа төр хеҙ-мәттәрҙең ваҡытында иғтибар итеүе лә мөһим: янғын-химия станцияһы, янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте һ.б. Иң мөһиме – халыҡтың аңында ла хәүефһеҙлек һәм яуаплылыҡ тойғоһо буйынса үҫеш күҙәтелһен ине.
– Ринат Ғаязович, әлегә һиҙелмәһә лә, быйыл яҙ иртә килә, тиҙәр…
– Иртә яҙ урмансы файҙаһына түгел инде ул. Тәбиғәт ни тиклем иртәрәк уянһа, халыҡ уның ҡосағына шул тиклем тиҙерәк сыға башлай...
Әңгәмәне
Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Читайте нас: