Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, әгәр ҙә 2-3 аҙна дауамында көнөнә бер стакан ҡайын һыуы эсеп торһаң, яҙғы хәлһеҙлек, депрессия, хәтер юғалтыу, арыу, витамин етешмәү кеүек һаулыҡ етешһеҙлектәрен бөтөрөргә була.
Әгәр ҙә был һуттың бер стаканын ашар алдынан ярты сәғәт алдан көнөнә өс тапҡыр эсһәң, файҙаһы тағы ла көслөрәк була. Ҡайын һутының составында эфирлы майҙар, витаминдар, сапонин матдәләре, бетулол, тиҫтәләгән органик кислоталар бар. Ябай һыуҙан күпкә айырылмаһа ла, ҡайын һыуы ашҡаҙан өсөн күпкә шифалыраҡ. Фитотерапия яғынан ҡарағанда организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалырға булышлыҡ итеүсе иң шәп эсемлектәрҙең береһе һанала. Бай составлы
булғанға күрә ҡайын һыуын ҡан ауырыуҙары, быуындар, тире һәм ангина, бронхит, пневмония һәм башҡа тын юлы ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Һут менән дауаланғанда ғына түгел, уны йыйғанда ла сама белергә кәрәк. Ағас ҡоротоусы булырға теләмәһәгеҙ, бер аҙ һут йыйып алғас, яраны ҡаплап китегеҙ! Ғөмүмән, яҙ көндәрендә урман