Ошо сәбәпле, “Межрайкоммунводоканал” предприятиеһы ваҡытлыса ғына булған уңайһыҙлыҡтарға ҡала халҡының аңлап ҡара-уын үтенә. Ер аҫтындағы ҡаты ҡатламдар йыуылып, һыу һары төҫкә инә һәм уны ҡайнатҡандан һуң төпкә ултыра.
Һыуҙың буръяҡлығын кәметеү маҡсатында, водоканал барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә фай-ҙаланып, эсәр һыуҙың сифатын һәр саҡ кон-тролдә тота. Һыуҙың сифаты буйынса тулы мәғлүмәттәр менән водоканалдың рәсми сайтында танышырға мөмкин.