Был көндө ҡалала ике аллея – Г. Жуков исемендәге скверҙа “Геройҙар аллеяһы” һәм 23-сө мәктәп янында “Йәш армиясылар аллеяһы” ултыртыласаҡ.
Жуков скверында һәр Бөйөк Ватан һуғышы геройының бюсты артына күк ҡарағай ултыртылып, аллея һуғышта юғалған һәм һәләк булған стәр-летамаҡтарҙың исем-шәрифтәре яҙылған Хәтер ташына тиклем оҙайтыла. Барлығы 50 ҡарағай ултыртыу ҡаралған. Был көндө “Йәш армиясылар” рәтенә алынғандар 3-сө мәктәп янына Төҙөүселәр урамы яҡлап 200-ләп миләш үҫентеләре ултыртасаҡ.
Әйткәндәй, теләгән һәр кем Ашҡаҙар аръяғында ҡарағай үҫентеләре ултыртыуҙа ярҙам итә ала. Сергей Лазо һәм Пугачев урамдары биләмәһендә 10 меңләп ҡарағай үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Өмә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ҡаланы йәшеллеккә күмеп, уны тағы ла матурыраҡ һәм һауаһын таҙараҡ итәйек.