Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
26 Апрель 2019, 13:01

Йөрәктау менән Торатау – ҡурсау зонаһында

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республикалағы алты тәбиғәт ҡомартҡыһы – Охлебинин гипс мәмерйәһе, Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы, Ҡарлыман мәмерйәһе, Йөрәктау, Торатау, Туғар-Һалған күле өсөн ҡурсау зонаһы булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйған.

Ҡарарҙан күренеүенсә, Стәрлетамаҡ шихандары – Торатау менән Йөрәктау урынлашҡан территорияла геопарк бул-дырырға уйлайҙар. Унда тау тоҡомдарын асыҡ һәм ябыҡ рәүештә сығарыу, мал көтөү, күлдә мал эсереү, урман ултыртыу, шифалы үләндәр йыйыу, гербарийға япраҡ йыйыу, бөжәктәр йыйыу, төрлө төҙөлөш эштәре алып барыу, урман ҡырҡыу (утын әҙерләү), тәбиғәт ҡомартҡыһының йәмен ебәрерҙәй төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу, производство өсөн ҡулланыу, ағыулы химикаттарҙы күмеү йәки өйөү, ҡәберлек урынлаштырыу, емтектәрҙе күмеү, производство объекттарын урынлаштырыу тыйыла.
Ҡарарҙың проектын БР Экология министрлығы баҫып сығарған, әле документ экспертиза үтә.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: