Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
6 Май 2019, 15:27

Башҡортостанда +28 градусҡаса йылыта

Синоптиктар фаразы буйынса, Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы була. Дүшәмбе, 6 майҙа, урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, иртән айырым райондарҙа томан. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22,+27 градус тәшкил итә.
Шишәмбе һәм шаршамбы, 7 и 8 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +10,+15, аяҙытҡанда +5-кә тиклем, көндөҙ +23,+28 градус күрһәтә.
http://www.bashinform.ru/news/1305095-v-bashkirii-potepleet-do-28-gradusov/
Читайте нас: