Акцияла Башҡортостан Республикаһы буйынса янғынға ҡаршы Федераль хеҙмәттең 14-се отряды һәм студенттар ҡатнаша. Сара Волочаевская урамы, 1 йорт алдында сәғәт унда башлана. Акцияны ойоштороусылар – Ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге – ҡалабыҙҙы таҙа, матур итеп күрергә теләүселәрҙең барыһын да был сарала ҡатнашырға саҡыра.