Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Май 2019, 13:44

Бер яңылыҡ та еңел генә тормошҡа ашырылмай йәки Сүп-сар йыйыу реформаһы нисек эшләп китер?

Сүп-сар реформаһы башҡа илдәрҙә күптән (бынан 120 йыл элек үк) башланған булһа ла, беҙ быға яңы тотондоҡ. Өфөлә үткән Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса төбәк операторҙарының III халыҡ-ара съезында илдең 67 төбәге вәкилдәре, сит ил ҡунаҡтары һәм махсус техника етештереүселәр ҡатнашты.

– Һәр реформа – ул ҡатмарлы процесс. Беҙҙең республика был эшкә тыныс һәм ышаныслы тотондо, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров съезды асып. – Тәүҙә үк төбәк операторҙары менән иптәштәрсә эш итергә килештек һәм бурысты бергәләп атҡарабыҙ. Тарифты билдәләүҙә конструктив планыбыҙ бар ине, тейешле инфраструктура булдырыу буйынса муниципалитет башлыҡтары менән эш алып барыла. Бөгөнгө съезда башҡа төбәктәр тәжрибәһен өйрәнеү, улар менән уртаҡлашыу фәһемле буласаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа илебеҙҙең таҙа, имен, ҡараулы булыуын теләйбеҙ, һәм шуға өлгәшеүебеҙгә ышанам, – тине ул.
Рәсәйҙең тәбиғи ресурстар һәм экология министры урынбаҫары Владимир Логинов белдереүенсә, ошо йылдың июнь айынан хаҡ сүп-сарҙы түккән норматив буйынса түгел, ә уның күләменә ҡарап булырға тейеш. Ул шулай уҡ төбәктәрҙә ҡалдыҡтарҙы сығарыуға хаҡтың иҡтисади йәһәттән нигеҙле раҫланыуын, норматив бөтә ерҙә лә аныҡ ҡуйылмағанлығын, ҡайһы бер урындарҙа аңлашылмаусанлыҡҡа килтереүен дә билдәләп үтте.
Съезд делегаттары Ишембай районында төбәктә ҡалдыҡтарҙы айырыу буйынса иң ҙур «Эко-Сити» комплексын рәсми асыу тантанаһында ҡатнашты. Предприятиеның йылына 200 мең тонна көнкүреш ҡалдығы ҡабул итә алыуы, уға 600 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп ителеүе мәғлүм булды. Бөгөн бында Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм яҡын-тирә райондарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыйҙар. Комплекста ҡулланылған технология ергә күмеләсәк ҡалдыҡтарҙы 10 тапҡырға кәметеү мөмкинлеген бирә икән. Тиҙҙән органик ҡалдыҡтарҙы айырыу буйынса ҡоролма сафҡа инәсәк. Шуныһы мөһим: сара барышында Сәнәғәт һәм иннова-ция сәйәсәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Өфө дәүләт нефть техник университеты, «Эко-Сити» төбәк операторы менән берлектә хеҙмәттәшлек итеүгә дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Р. ҒАЯЗОВА әҙерләне.
Читайте нас: