Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Май 2019, 10:35

Экология инспекторҙары булырға саҡыралар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары булырға саҡыралар. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иғлан итте.

Был статус ведомствоға тейешле ғариза ебәргән бәлиғ йәштәге граждандарға бирелә.


Йәмәғәт экология инспекторының төп бурысы – дәүләт күҙәтеү органдарына тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендә бушлай ярҙам күрһәтеү.


Инспекторҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фотоға йәки видеоға төшөрөп, ошо материалдарҙы тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһының территориаль органдарына ебәрергә тейеш.


Ғариза һәм документтар Экология министрлығында ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, 230-сы бүлмә, тел:+7(347) 218-03-89.

Читайте нас: