Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
4 Июнь 2019, 00:44

Гидрометүҙәк йәйгә фараз бирҙе

Июндә Башҡортостанда уртаса һауа температураһы нормаға ярашлы, 16-18 градус була. Яуым-төшөм 70 миллиметрҙан артмай. Шуның менән бергә июндең беренсе декадаһында ҡайһы бер көндәрҙә төндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшөүе күҙәтелә.

Башгидрометүҙәк начальнигы Вилора Горохольская Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә йәйҙең тәүге айы тотороҡһоҙ буласағы тураһында һөйләне.
«Ҡойма ямғыр, елдең көсәйеүе, боҙ-борсаҡ, йәшен көтөлә. Аҙнаның тәүге яртыһында һауа температураһы +4 градусҡа тиклем түбәнәйә. Июндең икенсе яртыһында температураның +26-31 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин», — тип билдәләне республиканың баш синоптигы.
Июль һәм август айҙарында ла температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын. Июлдә яуым-төшөмдөң — норманан күберәк, августа нормаға ярашлы булыуы көтөлә.
Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыуҙың иң юғары температураһы 22,8 һәм 21,8 градусҡа етергә тейеш. Әле һыуҙың йылылығы — 15 градус тирәһе.
http://www.bashinform.ru/news/1315270-gidromettsentr-bashkirii-dal-prognoz-pogody-na-leto/
Читайте нас: