Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
6 Июнь 2019, 18:26

Ҡушылмаһыҙ, саф булғанға...

ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, иң таҙа һыу Финляндияла икән.

Тәбиғи һыуҙың таҙалығын тикшереүҙә 122 ил ҡатнашҡан. Әйткәндәй, әле донъяла 1 миллиард кеше хәүефһеҙ һыуға ҡытлыҡ кисерә.
Билдәле булыуынса, һыу 0 градуста туңа, ә 100 градуста ҡайнап сыға. Әммә физиканың был законы һәр ваҡытта ла үтәлмәй. Баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә ҡушылмаһыҙ, саф һыуҙар ғына 0 градуста ла туңмай.
Башҡортостандағы бихисап шишмәләрҙең сатнама һыуыҡта ла боҙ менән ҡапланмауының хикмәте бына нимәлә икән!
Читайте нас: