Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Июнь 2019, 20:17

Ял көндәрендә төбәктә 32 градус эҫе булыуы көтөлә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда 32 градус эҫе булыуы фаразлана.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, был аҙнала республика биләмәһенә көнбайыштан йылы һауа массаһы үтеп инә башланы. Шуның һөҙөмтәһендә ял көндәренә үк һауа температураһы норманан 2 градусҡа юғарыраҡ була.
20 һәм 21 июндә көндөҙ һауа 28 градусҡаса йылына, урыны менән генә ямғыр яуа.
Шәмбе, 22 июндә лә көндөң аяҙ һәм йылы булыуы көтөлә.
Йәкшәмбе, 23 июндә термометр бағанаһы 32 градусҡа тиклем күтәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1321653-v-bashkirii-v-predstoyashchie-vykhodnye-prognoziruetsya-32-gradusa-zhary-/
Читайте нас в