Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
26 Июль 2019, 19:10

Ҡорт ағыуы...

Ҡорт ағыуы...Миллиондарса йылдар элек бик күп бөжәктәр һәм хайуандар үлеп бөткән. Хатта динозаврҙар ҙа, ә бал ҡорттары тороп ҡалған һәм бер нисек тә үҙгәрмәгәндәр тиерлек – ҡорттар үҙҙәренең сағыу һәләте булыуы арҡаһында йәшәп китә алғандар, ә ағыуҙы улар үҙ ояларын һаҡлау өсөн файҙалана.

Бал ҡорто бер тапҡыр саҡҡанда 0,2 мг ағыу бүлеп сығара; кеше өсөн бал ҡорто ағыуының үлтерерлек дозаһы 1 кг ауырлыҡҡа 1,4 мг йәки уртаса 0,1-0,2 г ағыу тәшкил итә, ул 500-1000 ҡорт саҡҡанға тигеҙ, хатта һау-сәләмәт кеше лә аллергик реакция арҡаһында бер тапҡыр ҡорт сағыуҙан да үлергә мөмкин; сысҡан – 2-3, себеш – 3-5, тауыҡ – 8-10, ә йорт ҡуяны 10-20 һәм бер нисә тиҫтә ҡорт сағыуҙан үлә, ә ат өсөн үлтерерлек доза – 1000-дән ашыу ҡорт сағыу.
Йыланға, терпе, баҡа, ташбаҡа, селән, айыуға һәм башҡа ҡайһы бер хайуандарға бал ҡорто ағыуы тәьҫир итмәй, йәғни улар ағыуға бирешмәй.
Инә ҡорт бер ҡасан да кешене саҡмай, хатта ул уның берәй ерен ауырттырған хәлдә лә, ләкин үҙенең тиңдәше – башҡа инә ҡорт менән осрашҡанда ул ярһып, үҙенең ҡоралын – ҡаяуын эшкә ҡуша; әгәр ҙә ентекләп мелисса үләне, лимон йәки бөтнөк япрағы менән ыуынһағыҙ, ҡорт саҡмай, уларҙың еҫен ҡорттар бик ныҡ ярата.
«Умартасы кәңәштәре» китабынан.
Читайте нас: