Республикабыҙға Ислам динен таратыу менән берлектә егет әүҙем тормош алып бара: спорт менән шөғөлләнә, тәбиғәт ҡосағында ошолай үҙенсәлекле ял да итә белә. Күптәр йылға буйында самауыр ҡуйып сәй эсеүҙе күҙ алдына ла килтермәйҙер әле. Һүҙе менән генә түгел, эше менән дә (тәбиғәт ҡосағында Әй йылғаһы буйында) айыҡ тормошто данлаған мөфтөйгә афарин, тиергә ҡала.
P. S. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙ был яҙмала һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим иттек: “Сәхи-фәләрҙән” рубрикаһында “Бәйләнештә” сайтындағы иң йәмле йәки ҡыҙыҡлы тип табылған фотолар һәм уларға комментарийҙар артабан гәзит битендә донъя күрәсәк. Үҙегеҙҙең ялдағы, эштәге йәки сәйәхәттәге фотоларығыҙҙы беҙгә лә ебәрегеҙ йәки https://vk.com/club62246556 төркөмөндә ҡалдырығыҙ. Бергәләп шатланайыҡ, бергәләп хәтирәләргә сумайыҡ!